Яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ебәрелде. Колоннаны тантаналы оҙатыу сараһы Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда үтте. Яугирҙарға 150 тонна йөк, 17 автомобиль тапшырылды. Шулай уҡ генераторҙар, автомобиль өсөн запас өлөштәр, маскировка селтәрҙәре, медицина препараттары һәм башҡа әйберҙәр ебәрелде. 172-се ылау 16 хәрби часкә, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының исемле батальондарына, шулай уҡ Шайморатов һәм Доставалов батальондарына тәғәйенләнә.




