Башҡортостан уҡыусылары берҙәмлек поезының тәүге пассажирҙары була

Сәфәр март аҙағында планлаштырылған. Өфөнән Мәскәүгә тематик поезд юллана. Башҡортостан уҡыусыларына Һамар, Пенза, Ульяновск һәм башҡа төбәктәрҙән балалар ҡушыла. Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, поезд халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге символы булып тора,  үҫеп килеүсе быуын араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу маҡсаты ҡуйыла. Мәскәүҙә уҡыусылар өсөн иҫтәлекле урындар буйлап  экскурсия ойошторола.

Фото №1 - Башҡортостан уҡыусылары  берҙәмлек поезының тәүге пассажирҙары була
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ