Артиллеристар,танкистар, штурмовиктар һәм реактив батарея яугирҙары. Барыһы ла бер подразделение-«Башҡортостан» полкынан. Бөгөн бер төркөм яҡташтарыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Ике аҙна отпуск бик ҡыҫҡа, әммә «Башҡортостан» полкы яугирҙары өсөн түгел. Был ваҡытты улар үтә лә һөҙөмтәле уҙғара. Ғаилә, яҡындарҙы күреү, йорт-ҡаралтыны барлауҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашып өлгөрә. Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең күптәре үҙ мәктәптәрендә «Батырлыҡ дәрестәрендә», илһөйәрлек акцияларында ҡатнаша. Киләсәк быуында патриотизм тойғолары тәрбиәләү ҙә ватанды һаҡлау. Яугирҙар тыныс күңел һәм рухи күтәренкелек менән йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды.



