Бөгөн христиандарҙың ҡоймаҡ аҙнаһы башланды, ул 22 февралгә тиклем дауам итә. Байрам аҙнаһының тәүге өс көнөндә йорттар тәртипкә килтерелә, туған-тыумасалар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бүләктәр бирә, кесаҙнанан байрам киң билдәләнә башлай. Йәкшәмбе Масленица байрамында ҡарасҡы яндырыла, ҡышты оҙатыуҙа халыҡ күмәкләп күңел аса. Аҙна буйы хужабикәләр яҡындарын ҡоймаҡ менән һыйлай. Байрамдың символы булған ҡоймаҡты әҙерләү рецепттары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Һәр кемдең үҙ рецебы. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Елена Петровнаныҡы ла. Ике стакан кефирға ике йомортҡа, стакан ярым он, бер стакан һөт, ике сәй ҡалағы шәкәр һәм тоҙ, сода ҡушып болғата ла ярты стакан ҡайнар һыу ҡуша. Ярты сәғәттән ҡоймаҡ ҡойоп яҡындарын һыйлай. Уны эремсек, ит, бәшмәк менән дә төрөп әҙерләй
Өфө районының «Нижегородка биҙәктәре» вокал-фольклор ансамбле ағзалары был аҙнала бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөргә күнеккән. Шәмбе һәм йәкшәмбе үтәсәк байрам сараларына репетиция ла ҡоймаҡлы табын артында уҙа.
Был ваҡытта ресторандарҙа ла ҡоймаҡ ҡойоу бер нисә тапҡыр арта. Өфөләге ресторандарҙың береһендә эшләүсе Диана Фәхретдинова
йоҡа һәм тәмле килеп сыҡһын өсөн рецептты теүәл үлсәргә кәңәш итә. Бер литр һөткә 400 грамм он, 60 грамм шәкәр, биш йомортҡа, тоҙ һәм сода ҡушып болғатып шунда уҡ яҡшылап ҡыҙҙырылған табала ҡоя.
Масленица тарихы мәжүсилеккә барып тоташа. Ул ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршы алыу менән бәйле. Байрамдан һуң Бөйөк пост башлана.
Рәмилә Исмәғилева



