Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын сәхнәләштереүенә 20 йыл. Репертуарҙа аншлаг менән барған спектакль Рәсәй төбәктәренән тыш, сит ил сәхнәләрендә лә уйналған. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Баязит Бикбай менән Заһир Исмәғилев менән берлектәге ижад емеше булған «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы аншлаг буйынса рекордсмен ғына түгел, тамашасыла оптимизм тойғоһо уятҡан тулҡынландырғыс комик тарих та. Театр һөйөүселәр әҫәрҙең һәр геройын яттан белә. Күптәр спектаклде дүртәр-бишәр тапҡыр ҡараған. Әлеге постановкала Назаны дүртенсе быуын актрисаһы Айзилә Төркмәнова уйнай.
Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева инде 20 йыл спектаклдә Шәмсиә ролен үҙе генә башҡара. Музыкаль комедияның алыштырғыһыҙ актрисаһы ҡасандыр был сәхнә әҫәрендә уйынын Наза роленән башлаған.
«Ҡоҙаса» музыкаль комедияһының ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов театр репертуарын егерме йыл дауамында биҙәгән классик әҫәрҙең уңышын тамашасы һөйөүен яулауында күрә. Актерҙар үҙгәрә, комедия эстәлеге шул килеш ҡала.
Һәр ваҡыттағыса, спектакль тамашасы күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шул уҡ ваҡытта театрҙа «Ҡоҙаса»ға өҫтәлеп сәхнәгә «Кейәүҙәр» сығырға әҙерләнә. Премьера 28 февралгә тәғәйенләнгән.
Азат Ғәлиуллин




