Башҡортостанда пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә яугирҙар ҡабул итеү дауам итә

Ватан һаҡсылары өсөн «Черемушки» шифаханаһы базаһында асылған пунктта уҡытыу ойошторола. Контракт бер йылға төҙөлә, ошо срок үткәндән һуң хәрби хеҙмәтте туҡтатырға мөмкин. Пилотһыҙ ғәскәрҙәр сафына 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге граждандар баҫа ала. Республика уҡыу йорттарында пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү операторы һөнәренә уҡыу мөмкинлеге бар. Хеҙмәт яу һыҙығынан алыҫта атҡарыла. Пилотһыҙ осоу аппараттарын һөҙөмтәле ҡулланған өсөн 50 мең һумдан ярты миллион һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Контрактты 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала.

Пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәре Рәсәй армияһының элиталы подразделениеһы. Контракт хеҙмәт буйынса пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары ҡабул ителә. Улар разведка, һөжүм итеү, транспорт һәм логистика йүнәлештәрендә һөҙөмтәле эшләй.

Алмаз Абдрахманов, Контракт хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ