Башҡортостандан 172-се гуманитар ылау алғы һыҙыҡҡа юлланды

172-се гуманитар ылау юлға сыҡты. Конвой Бөтә Рәсәй махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы йыйыны сиктәрендә алғы һыҙыҡҡа юлланды.

Ылау «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙандан ҡуҙғалды. Башҡалары кеүек үк, ул тотош республика көсө менән тупланған. Йөк составында бронялы техника, еңел һәм йөк автомобилдәр, төҙөлөш һәм ағас материалдары. Шулай уҡ яугирҙар заявкалары буйынса медицина ҡорамалдары, рациялар һәм генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар, техника өсөн запас частар, туғандарынан һәм яҡындарынан посылкалар бар. Адреслы ярҙамды йыйыуҙа республиканың төрлө ойошмалары, йәмәғәт берекмәләре һәм граждандар әүҙем ҡатнашҡан. Гуманитар миссия составында ирекмәндәр ҙә юлға сыҡты. Улар ылауҙы таратыуҙа ярҙам күрһәтәсәк. Конвойҙы әле Өфөлә барған Бөтә Рәсәй махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы йыйынында ҡатнашыусылар ҙа оҙатты.

Махсус хәрби операция биләмәһенә 20 тапҡыр барҙым. Төрлө ваҡытта төрлө миссия менән. 3 тапҡыр госпиталдә эшләнем, әле гуманитар конвойҙы оҙатып барасаҡбыҙ. Был ылауҙы туплауҙа беҙҙең Бишбүләк районы ирекмәндәре лә ҡатнашты. 26 ауылда ойошторолған ирекмәнлек штабтары ойоҡбаштар, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре һәм башҡа әйберҙәр әҙерләне.

Элина Суфийәнова, ирекмән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ