Ҙур ойошмалар һәм дәүләт структуралары менән нисек идара итергә? Был мәсьәлә Мәскәүҙә Дәүләт хеҙмәткәрҙәре клубы осрашыуында тикшерелде. Стратегик сессияла ҡатнашыусылар «Өҫтөнлөк-2030» федераль программаһы миҫалында проект-аналитика сессияларын анализланы. Атап әйткәндә, илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарының үҫеш йүнәлештәрен билдәләүсе механизмдарҙы өйрәнде. Артабан улар был тәжрибәне дәүләт секторы менән бизнес менән идара итеү бурыстарын хәл итеүҙә ҡулланыр тип көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә асылған Дәүләт хеҙмәткәрҙәре клубы ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы туплау маҡсатында ойошторолдо.



