Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында әҙибәнең тормош юлы һәм ижадына арналған республика ижади проекттар конкурсы уҙҙы. Башҡорт теле көнө алдынан Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә тел ҡәҙерен, ғаилә ҡиммәттәрен, хеҙмәт кешеһен данлаусы ижадсыға арналған сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадына һәм тормош юлына арналған республика конкурсы 13 йыл рәттән уҙғарыла. Ижади проекттар конкурсының маҡсаты уҡыусыларҙы Зәйнәб Абдулла ҡыҙының әҙәби мираҫын тәрән өйрәнеүгә йәлеп итеү, йәш быуынды яҙыусының геройҙары өлгөһөндә тәрбиәләү, һәләтле уҡыусыларҙы асыу. Абруйлы конкурс ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет, Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында уҙғарылды.
Сибай ҡалаһынан республика күп профилле гимназия-интернаты уҡыусылары әҙибәнең геройҙарының уй-кисерештәрен башҡорт һәм инглиз телдәрендә еткерҙе.
Сәхнәлә ҡуйылған театрлаштырылған постановкалар, әҙәби-музыкаль композициялар, инсценировакаларҙы республиканың абруйлы сәнғәт белгестәре һәм режиссерҙар баһаланы.
Конкурсанттар Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен һәм биографияһын төплө өйрәнгән. Репитицияларҙың береһен дә ҡалдырмай, үҙҙәренә тапшырылған ролде бар күңеле аша үткәреүгә өлгәшкән.
Зәйнәб Биишеваның ижадын өйрәнеү башҡорт мәҙәниәтен тәрән аңлауҙан тыш, үҙ халҡының тарихын, телен һәм рухи традицияларын баһалай алған гармониялы шәхес тәрбиәләү өсөн дә мөһим. Әҙибәнең әҫәрҙәре әлеге ваҡытта ла актуаллеген юғалтмай, уҡыусыларҙы тормош мәғәнәһе, изгелек һәм ғәҙеллек тураһында уйланырға этәрә.
Мәктәп уҡыусылары проект эштәрен биш номинацияла яҡланы. Тәржемә конкурсында Зәйнәб Биишева шиғырҙары ҡаҙаҡ, тажик, сыуаш, инглиз, рус, татар телдәрендә яңғыраны. Яҙыусының әҫәрҙәрендә Ватан, ғаилә ҡиммәттәре, хеҙмәт тәрбиәһе темаларына арналған ижади эштәр жюри ағзаларын фекер тәрәнлеге һәм теманы төплө асыуы менән һоҡландырҙы. Ә яҙыусының тормош юлы, ижадына арналған экскурсия маршрурттарын балалар башҡорт һәм рус телдәрендә яҡланы. Бынан тыш, остаздары менән берлектә видеороликтар конкурсында ла әүҙем ҡатнашты.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижады уҡыусыларҙы ижадҡа илһамландыра. «Дуҫ булайыҡ», «Һөнәрсе менән өйрәнсек», «Емеш», «Кәмһетелгәндәр», «Яҡтыға» трилогиялары менән танышҡандан һуң, йәш ҡылҡәләм оҫталары уларға иллюстрациялар төөшөргән. 8-се класс уҡыусыһы Ләйсән Әхмәтйәнова Зәйнәб Биишеваны сөм-ҡара сәсле, мөләйем ҡарашлы итеп тыуған ауылында, тауҙар ышығында сағылдырған.
Гүзәл Борханова




