Хыялдағы йорт балалар күҙлегенән. Баймаҡ ҡалаһының Йәш техниктар станцияһында ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған лего төҙөү буйынса ҡала турниры үтте. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.
Йәш техниктар станцияһында үткән ҡала турнирында балалар баҡсаһының мәктәпкәсә йәштәге 9 командаһы ҡатнашты. Малайҙар бер нисә этапта ярышты. Улар үҙҙәре менән таныштырҙы, тиҙ арала конструкторҙарҙан «Хыялдағы йорт» төҙөнө. Конкурс барышында тәрбиәләнеүселәр зирәклеген күрһәтте.
«ЛегоУм-2026» ҡала конкурсының йомғаҡтары буйынса иң яҡшыһы тип «Айыуҡай» балалар баҡсаһы командаһы билдәләнде. Был конкурс кесәйҙәрҙең ижади һәләтен, танып белеү әүҙемлеген, логик фекерләүҙәрен, отҡорлоғон һәм зирәклеген үҫтереүгә йүнәлтелде



