«Айыҡ ауыл» сиктәрендә Яңы Бишенде Туймазы районы данын яҡлай

Сәләмәт тормош-модала. Республика райондары «Айыҡ ауыл» республика конкурсында йыл һайын дәррәү ҡатнашып, башҡаларға үрнәк күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Яңы Бишенде ауылы быйылғы бәйгелә Туймазы районы данын яҡлай. Тулыраҡ коллегабыҙ Наил Юнысов яҙмаһында.

Яңы Бишенде ауылында Алмакул уйындарын уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Йәй көндәрендә Алма күле буйында туристарҙан алма төшөрлөк тә урын булмаһа, ҡышҡы һалҡындар ҙа бөгөнгө байрамда ҡатнашыусыларҙы бер ҙә ҡурҡытманы. «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы», тигән девиз менән улар күл буйына йыйылды.

Яңы Бишенделәрҙең берҙәмлеге, башҡа ауыл биләмәләре менән тығыҙ бәйләнештә тороп, тәжрибә уртаҡлашып үҫешкә ынтылыуы күҙгә салынды. Ҡатнашыусылар араһында райондың күрше-тирә ауылдары, шулай уҡ Йәрмәкәй, Бүздәк тарафтарынан да ҡунаҡтар булды.

«Айыҡ ауыл» конкурсында Туймазыларҙың яҡшы тәжрибәһе бар. Уҙған йылда 3-сө урын яулаусы Байраҡатүбә ауылы бөгөн «Еңеүсе штандартын» Яңы Бишенделәргә тапшырып, еңеүгә дәртләндерҙе. Алмакул уйындарында «Байҙар», «Әйле» һәм «Йылан» ырыуы вәкилдәре командаларға бүленеп майҙан тотто. Таяҡ тартыш, Уҡ атыу, саңғы ярышы, арҡан тартыш уйындары көсөргәнешле барҙы.

Ойоштороусылар балаларҙы ла дәртле уйындарҙа ҡатнаштырып, «Айыҡ ауыл» конкурсының ҡап уртаһында ҡайнатып, бәләкәйҙән сәләмәт тормош алып барыу ғәҙәтен тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Наил Юнысов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ