Башҡортостанға эш сәфәре менән үзбәк делегацияһы килде. Уны Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев етәкләй. Һуңғы айҙарҙа беҙҙең республика һәм Үзбәкстан вәкилдәре бер нисә эшлекле һөйләшеү уҙғарҙы. Былтыр декабрҙә Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанда булды. “Хәҙер аныҡ проекттар тураһында һүҙ алып барабыҙ”, - тип белдерҙе Республика Башлығы.
Сит ил делегацияһы вәкилдәре республикала бер нисә предприятие менән танышты. Бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостанда Үзбәкстан вәкилен тәғәйенләү планлаштырыла. Ике республикала ла сауҙа йорттарын асыу тәҡдиме бар. Осрашыу барышында үзбәк инвесторҙарының Иглин районында малсылыҡ, Благовещенда умартасылыҡ хужалығын асыу буйынса проекттары тикшерелде. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, Үзбәкстанда мебель кластеры үҫешә. Ағасты Башҡортостандан алыу мөмкинлеге ҡарала. Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев һөйләй.




