Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек киңәйә

Өфөгә үзбәк делегацияһы килде. Республика йортонда үткән кәңәшмәлә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды. Быйыл яҙ “Бекабад” технопаркында төҙөлөш-монтаж эштәре башланырға тейеш.  Үзбәкстан инвесторҙары Өфөлә ҡунаҡхана комплексы төҙөргә ниәтләй. Иглин районында мал фермаһы асыу планлаштырыла. Башҡортостан һәм Үзбәкстан вәкилдәре умартасылыҡ һәм апитерапия, мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе. Шулай уҡ тауар әйләнешеү арттырыу мөмкинлектәре ҡарала. Бөгөн Үзбәкстан беҙҙең республиканың тышҡы партнерҙары араһында тауар әйләнеше буйынса 7-се урында килә. Үзбәктәр Башҡортостандан химия сәнәғәте продукцияһы, металл, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар һатып ала. Кәңәшмә барышында Үзбәкстан делегацияһы етәксеһе  - Ташкент өлкәһе етәксһе Зойир Мирзаев һәм Үзбәкстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Ботиржон Асадовҡа Халыҡтар Дуҫлығы ордены тапшырылды.

Фото №1 - Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек киңәйә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ