Өфөлә “Велокурьер” профилактик операцияһы башланды

Велокурьерҙар һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан көн дә эшкә сыға. Быйыл баш ҡалала бындай хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында 3 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 2 кеше зыян күргән. “Операция аварияларҙы иҫкәртеү маҡсатында ойошторола. Ике тәгәрмәсле транспорт йөрөтөүселәргә иғтибарлы булырға өндәйбеҙ. Бигерәк тә ҡар яуғанда, боҙлауыҡ булғанда уларға юл биреү мөһим. Велосипед рулендәге кеше юл аша сыҡҡанда унан төшөп торорға тейеш. Ҡараңғыла хәрәкәт иткәндә кейемгә сағыу тамғалар ҡуйырға кәрәк”, - тип белдерәләр Өфө дәүләт автоинспекцияһынан. “Велокурьер” акцияһы 20 февралгә тиклем дауам итә.

Фото №1 - Өфөлә “Велокурьер” профилактик операцияһы башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ