Башҡортостан милли музейында Өфө пехота полкына бағышланған күргәҙмә асыла

Ул 19 февралдә эш башлай. Экспозиция 11 йыл буйы әҙерләнгән. Тарихсы Илдар Ғатауллин һәм Белореттан коллекционер Дмитрий Николаев уникаль экспонаттар тәҡдим итә. Экспозицияның ҙур өлөшө полктың 1915 йылғы ҡаһарманлығына бағышлана. Өфө һалдаттары дошман ҡамауында ҡала, ҡулсаны өҙөү өсөн штык һөжүменә күтәрелә. Был ҡаһарманлыҡты дошман да баһалай, берлин газеталарының береһендә Өфө һалдаттарын әкиәт батырҙарына тиңләп  яҙалар.

Фото №1 - Башҡортостан милли  музейында Өфө пехота полкына бағышланған күргәҙмә асыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ