Мәскәүҙә Педиатрҙар конгресы уҙҙы. Республика балалар клиник дауаханаһы 2025 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы педиатрия клиникаһы тип танылды. Премьер-министр Андрей Назаров социал селтәрҙә яҙыуынса, бындай награда аныҡ эш өсөн бирелә, дауалау алымдары, заманса диагностика, табиптарҙы әҙерләү кимәле иҫәпкә алына. Клиник дауахана - бина ғына түгел, ул - меңләгән ҡотҡарылған балалар, - ти Андрей Назаров. Быйыл республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 58 дауахана, поликлиника һәм мәктәпте төҙөкләндереү һәм проектлау ҡаралған.




