Радий Хәбиров халыҡты диспансер тикшереү үтергә саҡырҙы

Ауырыуҙы иҫкәртеү уның менән көрәшеүгә ҡарағанда һәр ваҡыт еңелерәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров халыҡты диспансер тикшереү үтергә саҡырҙы. Медицина тикшереүе Рәсәйҙә «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса үткәрелә. Быйыл ул 196 меңдән ашыу кешене йәлеп иткән. 

Уның һөҙөмтәләре буйынса тәүге тапҡыр 30 меңгә яҡын сир асыҡланған. Улар араһында социаль яҡтан хәүефле яман шеш, шәкәр диабеты, йөрәктең ишемия ауырыуы, туберкулез кеүек сирҙәр бар. Шуныһы мөһим: диспансер тикшереү программаһы даими камиллаштырыла. Мәҫәлән, быйылдан анализдар тапшырып, ҡандағы холестерин кимәлен билдәләргә, папиллома вирусын, инфаркт һәм инсульт хәүефен асыҡларға мөмкин. Диспансер тикшереү йәшәү урыны буйынса поликлиникала бушлай үткәрелә, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ