Ҡалтасы районында 71 йәшлек ҡатын ҡар аҫтында ҡалып һәләк булған

Фажиғәгә тарыусы был ваҡытта ихатаһын таҙартып йөрөгән булған. Һауа торошо йылы тороуы һөҙөмтәһендә шәхси йорт ҡыйығындағы ауыр масса пенсионерҙың өҫтөнә ишелеп төшкән. Ошо уҡ муниципалитетта бөгөн ике ҡатлы йорттоң кирбес фронтоны ла емерелгән. Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡар өйөмө сәбәпсе булған. Урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә. Бәхеткә күрә зыян күреүселәр юҡ. Күңелһеҙ осраҡтар республиканың башҡа төбәктәрендә лә теркәлгән. Мәҫәлән, бөгөн Өфөнөң берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә ҡыйыҡтан автомобилдәргә ҡар ишелеүе һәм боҙлауыҡ менән бәйле 10 мөрәжәғәт килгән. 

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ