Яҙ яҡынлаша, тимәк, тиҙҙән сәскә атыу миҙгеле башлана. Күптәр өсөн был ваҡыт һынауға әйләнә. Тымау, күҙ йәшкәҙеүе, сөскөрөү-аллергияның тышҡы билдәләре. Табиптар иҫкәртеүенсә, был миҙгелде еңел үткәрер өсөн, организмды әле үк әҙерләй башларға кәрәк. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Күп осраҡта аллергияның киҫкенләшеүе яҙ етеү, тәбиғәттең сәскә атыуы менән тура килһә, Екатерина был сирҙән бала саҡтан яфалана. Уның һәр көнө дарыу эсеүҙән башлана. Препараттар һәр саҡ ҡул аҫтында булһын өсөн, уларҙы алдан һатып ала.
Был дарыуханала әҙер дарыуҙар ғына түгел, ә үҙҙәрендә етештерелгән препараттар ҙа һатыла. Йылдар дауамында һыналған рецептар буйынса 300-ҙән ашыу дарыу эшләнелә. Провизораҙар һәр этапты етди контролдә тота.
Календарҙа февраль, ә тышта көрт ятыуға ҡарамаҫтан, табип-аллергологтар яҙғы миҙгелгә әле үк әҙерләнә башларға кәңәш итә. Ағастарҙа тәүге бөрөлөр күренә башлағас ҡына дауаханаға йүгереү-күп пациенттарҙың хатаһы, ти белгестәр.
Белгестәр иҫкәретеүенсә, хатта «зыянһыҙ» дарыуҙар ҙа организмға кире йоғонто яһауы ихтимал. Шуға күрә табипҡа күренеү зарур.
Әлфинә Килдейәрова



