Башҡортостан Башлығы халыҡты диспансерлаштырыу үтергә саҡырҙы

“Ауырыу менән көрәшеүгә ҡарағанда, уны иҫкәртеү еңелерәк. Дауалау кәрәк икән, быны мөмкин тиклем иртәрәк башларға кәрәк”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров. 40 йәшкә тиклемгеләр өс йылға бер тапҡыр диспансерлаштырыу үтә. Унан өлкәндәр йыл һайын тикшерелә. Быйыл был программа буйынса Башҡортостанда 196 меңдән ашыу кеше табипҡа күренгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 30 мең самаһы ауырыу асыҡланған. Улар араһында яман шеш, шәкәр диабеты, йөрәк сирҙәре һәм туберкулез бар. Диспансерлаштырыу ил президенты башланғысы менән булдырылған  “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы уҙғарыла.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы халыҡты диспансерлаштырыу үтергә саҡырҙы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ