2025 йылда Башҡортостанда 87 ауылда мобиль элемтә станциялары урынлаштырылған

14 меңдән ашыу кеше өсөн интернет ҡулланыу мөмкинлеге булдырылған. Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, дәүләт хеҙмәттәре менән ҡулланыусылар һаны арта. Ситтән тороп белем алыу, район үҙәктәренә барып йөрөмәйенсә документтар әҙерләү мөмкинлеге бар. Бындай эш милли проект буйынса алып барыла.

Фото №1 - 2025 йылда Башҡортостанда 87 ауылда мобиль элемтә станциялары урынлаштырылған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ