Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм Йәмәғәт палатаһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө. Документ гражданлыҡ йәмғиәтенең закон сығарыу эшмәкәрлегендә ҡатнашыу механизмдарын нығыта һәм социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе тикшереүҙә йәмәғәтселектең ҡатнашыуын киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Депутаттар йәмәғәт палатаһы менән осрашып көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм тәҡдимдәр буйынса фекер алышып республика халҡы мәнфәғәтендә һөҙөмтәлерәк үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу буйынса артабанғы эш йүнәлештәрен билдәләне. 

Палата ағзалары былтыр республика райондарына 100-ҙән ашыу сәфәр ойоштороған. Халыҡ менән урындарға барып аралашыу закондар сығарыуға башланғыстар өсөн нигеҙ бирә, тип билдәләнде йыйылышта.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ