Баймаҡ районында үҙешмәкәр сәнғәт оҫтапары смотр-конкурсы йомғаҡтары барлана. Ижади бәйгегә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Мерәҫ ауылы таланттары ла ҡушылды. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
Мерәҫ ауылы халҡы «Дуҫ ғаилә-илдең матурлығы» тип исемләнгән концерт программаһын әҙерләне. Йыр һәм бейеүҙәрҙән тыш, улар башҡорттарҙың «Кис ултырыу», «Килен һөйөү», «Һыу юлы» кеүек боронғо йолаларын күрһәтте.
Бар яҡтан да талантлы, дәртле Мерәҫтәр үҙҙәренең сығышын ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға арнаны. Смотрҙа ауыл хакимиәте башлығы, махсус хәрби операция ветераны Шамил Нәҙербаев та ҡатнашты.
Ауыл биләмәләре араһында барған сәнғәт смотр-конкурсы тамамланды. Сығыштарҙың төп темаһы-Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостанда ҙур, татыу ғаилә йылына ҡайтып ҡалды. Үҙешмәкәр артистарҙың иң сағыу номерҙарын район мәҙәниәт йортонда үтәсәк гала-концерта ҡарай алаһығыҙ.



