Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы 131 йыллығы уңайынан иң яҡшы студенттарын билдәләне. 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса бүләкләнгән лауреаттар араһында яҡташыбыҙ, дирижерлыҡ факультеты магистранты Хәйҙәр Вәлиев та бар.
Замандашыбыҙ юғары уҡыу йортонда белем алыуҙан тыш, үҙ вокал ансамблен булдырыуға ла өлгәшкән. Ижади коллектив Мәскәүҙә соло концерттар менән бергә йыш ҡына гастролгә лә сыға. Былтыр улар Калининград һәм Өфө сәхнәһендә сығыш яһаһа, быйыл Түбәнге Новгород, Ҡазан ҡалаларына барырға иҫәп тота. 2023 йылда тап Хәйҙәр Вәлиев тырышлығында ойошторолған «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле репертуарына 50-нән ашыу йыр тупланған. Уларҙың ике тиҫтәләбе милли композициялар. Хәйҙәр Вәлиев ансамбль менән тығыҙ эшмәкәрлектән тыш, төрлө ансамблдәрҙә соло дирижер булараҡ та сығыш яһай.



