Радий Хәбиров Өфө ҡала советының ултырышында ҡатнашты

Өфө махсус хәрби операция ваҡытында ла «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен лайыҡлы иҫбатлай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡала советының 60-сы ултырышында ҡатнашып, урындағы предприятиеларҙың оборона заказдарын теүәл үтәүен билдәләне. Фронтҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙар менән эште көсәйтеү бурысы ла ҡуйылды. Төбәк етәксеһе сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа депутаттарға кандидаттар иҫәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа булырға тейеш тине. Сәйәси кампания һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт думаһы менән Ҡала советына Ватан һағында булған ысын патриоттар эшкә килеүе мотлаҡ. Шулай уҡ ултырыш барышында һәләк булған яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эш тураһында һүҙ барҙы, ошо маҡсатта махсус комиссия булдырылған.

Радий Хәбиров Ҡала советы депутаттарына мөрәжәғәт итеп, республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү, ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу буйынса берҙәм эш дауам итәсәк тине. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә күләмле проекттар тормошҡа ашырыла, торлаҡ төҙөлөшө өсөн инженер инфраструктура булдырыла. Уңайлы ҡала мөхите программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла, парк-скверҙар төҙөкләндерелә. Өфө әүҙем үҫешкән мәҙәни, спорт һәм туристик үҙәк статусын да ышаныслы иҫбатлай.

Волна
Акции БСТ