Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Инвестиция сәғәте»ндә Өфө районының иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. Баш ҡалаға яҡын урынлашҡан биләмә инвесторҙар араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Урындағы хакимиәт тарафынан проекттарҙы сифатлы оҙатып барыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.
Яңы производстволар асыу, юл буйы сервисы объекттарын төҙөү, туризм, спорт һәм логистика үҙәктәре булдырыу-бөгөн райондың инвестиция портфелендә 93 проект, дөйөм алғанда, уларҙы тормошҡа ашырыуға 51 миллиард һум аҡса йүнәлтелер тип көтөлә. 13 меңдән ашыу яңы эш урыны ойоштороу ҡаралған. Муниципалитетҡа инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса яуаплы белгес-бизнес-шериф тарафынан төбәк етәкселегенә яҡын арала тормошҡа ашырылырға тейеш проекттар ҙа тәҡдим ителде.



