Башҡортостан журналистары яугирға квадрокоптер һәм тепловизор тапшырҙы

Башҡортостан журналистар союзы менән Халыҡ фронты ярҙамында махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугирға квадрокоптер менән тепловизор тапшырылды. Артур мобилизацияға тиклем «Бельские просторы» журналында художество мөхәррире булып эшләгән, әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Коллегалары менән бәйләнеште өҙмәй, былтыр медицина пункты төҙөлөшөндә материалдар менән тәьмин итеүҙәрен билдәләне, гуманитар ярҙам да даими килтерелә. Алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараттарына ихтыяж юғары, хәрби бурыстарҙы үтәүҙә алыштырғыһыҙ ҡорал. Шуға төбәктең журналистар союзы тарафынан хәйриә сараһы дауам итәсәк, «Башҡортостан» полкына квадрокоптер һатып алыу ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ