Башҡортостандың Колонналар залында «Ватанды һаҡлаусының атаһы» миҙалы тапшырылды

Йәмәғәт наградаларына ысын геройҙар тәрбиәләгән 16 уҙаман лайыҡ булды. Илебеҙгә патриоттар тәрбиәләгән атайҙар үҙҙәре лә йәмәғәт томошонда әүҙем ҡатнаша. Атап әйткәндә, махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙарына, уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө яҡлап ярҙам итә, йәштәр өсөн өлгө булып тора.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм яҡындарына айырым иғтибар бирелә. Яңыраҡ яугирҙарҙың ғаилә ағзаларын социаль яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән «Үҙ көсөң» проектының етенсе ағымы тупланған. Тантаналы шарттарҙа Шайморатов миҙалдары һәм һәләк булған яугирҙың әсәһенә «Батырлыҡ» ордены ла тапшырылды. Бүләкләү сараһы легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ