Республика балалар клиник дауаханаһы-«Иң яҡшы педиатрия клиникаһы» исеменә лайыҡ булды

Награда Рәсәй педиатрҙары конгресында тапшырылды. Илдең балалар табиптары өсөн йыл һайын үткәрелгән сара ҡатмарлы осраҡтарҙы дауалауҙы тикшереү, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны ла. Республика балалар клиник дауаханаһы былтыр стационар шарттарҙа 30 мең балаға ярҙам күрһәткән, ә поликлиника 50 меңдән ашыу кескәй пациентты ҡабул иткән. Шулай уҡ телемедицина консультацияһын үткәреү эш процессының бер өлөшө булып тора. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Химия терапияһын үткән 14 йәшлек Владимир өсөн әле ғәҙәти булмаған процедура. Махсус аппарат ярҙамында уның олон күҙәнәктәре алына. Бының өсөн ҡан цетрифугала ике ҡатламға бүленә-ул ҡандың ауыр элменттары һәм плазма. Тап ошо ҡатламдар араһындағы күҙәнәктәр дауалауҙы дауам итер өсөн кәрәк.

Дауалауҙың билдәле бер мәлендә был күҙәнәктәрҙе кире ҡайтарырға кәрәк. Был химия терапияһы менән хәлһеҙләнгән организмға иммунитетты күтәреү өсөн ярҙам булып тора.

Евгений Смирнов, Республика балалар клиник дауаханаһы балалар онкология һәм гематология үҙәгенең бүлек мөдире вазифаһын башҡарыусы

Бер юлы 200 миллилитрға яҡын олон күҙәнәктәре алына. Ул махсус шарттарҙа оҙайлы ваҡыт һаҡлана ала.

Операция өҫтәлендә баш ауырыуына зарланған 7 йәшлек малай. Баланың кесе мейеһендә киста булыуы асыҡлана. Шеш яйлап үҫә, баш мейеһенең мөһим урындарын ҡыҫа башлай. Заманса дауалау ысулдары һәм ҡоролмалар ярҙамында яһалған әмәлиәттән һуң, пациент бер аҙнанан һуң кире тулы тормошта йәшәүен дауам итә аласаҡ.

Ҡоро һандар артында меңәрләгән кешенең яҙмышы, киләсәк быуындың сәләмәтлеге тора. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Республика балалар клиник дауаханаһы Рәсәйҙә иң яҡшы педиатрия клиникаһы тип таныла. Был исем матур бина, таҙа коридорҙар өсөн түгел, ә ысын һөҙөмтәләр-балаларҙы ҡотҡарыусы дауалау ысулдарын ҡулланыу, заманса диагностика һәм табиптарҙың әҙерлек кимәле өсөн бирелә. Награда артында йөҙәрләгән табип, шәфҡәт туташы һәм персоналдың хеҙмәте тора.

Йыл һайын урындағы медицина учреждениеларынан килгән ғаризаларға ярашлы, табип бригадалары төҙөп республика район-ҡалалары буйлап та сығабыҙ. Был балаларҙы профилактик тикшереү түгел, ә хроник сирҙәре булған бәләкәй пациенттарыбыҙға ярҙам күрһәтеү. Шуға күрә төрлө райондарға, төрлө белгестәр сығыуы ихтимал, барыһы ла алдан ебәрелгән ғаризаға ярашлы. Былтыр ошондай табип бригадалары 3 мең ярым балаға ярҙам күрһәтте.

Людмила Семавина, Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы

11 йәшлек Фәнүр хирургия бүлегенең даими пациенты. Тыуғас та уға Гиршпрунг ауырыуы диагнозы ҡуйыла, йәғни йыуан эсәктең билдәле бер өлөшөндә нервы үрелеше юҡ. Бер айлыҡ сағында тәүге операция кисерә. Әле профилактика үтеү һәм киләһе әмәлиәткә әҙерләнеү маҡсатында дауаланыу курсы үтә.

Ҡотҡарылған бала ғүмерҙәре һәм ата-әсәләрҙең сикһеҙ рәхмәте. Дауаханла эшләп килгән 26 бүлек төрлө ауырыуҙарҙы дауалай, йәшәүгә өмөт бирә.

Республика балалар клиник дауаханаһы етәкселеге артабан да заман менән бергә атлап яңы бейеклектәр яулауҙы дауам итергә һәм кескәй пациенттарға сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүҙе һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ