Башҡортостан мәсеттәрендә тәүге тәрәүих уҡылды

Бөгөн Ҡояш байыу менән Рамаҙан айы башланды. Мәсеттәрҙә мосолмандар тәүге тәрәүих намаҙына йыйылды. Иртәгә ураҙа тотоусылар тәүге сәхәргә тора. Һәр мосолман өсөн изге һаналаған ай 19 мартта тамамланып 20-һе ураҙа байрамы билдәләнә. Рамаҙан айы, ураҙа тотоу ғәмәле тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Һигеҙ йәшлек Мәрйәм ғәрәп хәрефтәрен өйрәнә. Икенсе класс уҡыусыһы тиҙҙән Ҡөръән уҡырға ниәтләй. Былтыр намаҙға баҫҡан, ураҙа тота. Туғаны дүрт йәшлек Самира ла дини китаптар уҡый башлаған.

Дини тәрбиә ғаиләнән. Мәрйәмдең әсәһе ун ике йыл элек яҙмыш һынауынан һуң ислам динен ҡабул иткән. Рус милләтле Анна дин юлына баҫыу менән тормош иптәше Азат та ислам ҡағиҙәләре буйынса йәшәй башлай.

Тормош һынауынан һуң исламға һыйындым. Аяҡтарым үҙенән-үҙе Туҡай урамындағы мәсеткә килтерҙе. Бына тағы Рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ. Күберәк изгелек ҡылырға, ярҙам итергә тигән ниәттәбеҙ.

Анна Надирова

Надировтарҙың йорттары ла Шамонин ауылы мәсете янында ғына. Анна Ҡазандағы, Азат Өфөләге Рәсәй ислам институты шәкерте..

Ислам диненең биш терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү һәр бәлиғ булған мосолман өсөн фарыз һанала. Сирлеләр, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙгән әсәләр ураҙаны кисектерә ала. Ураҙа тотоусылар ҡояш ҡалҡҡансы 2 сәғәт алдан сәхәр эсеп, ҡояш байығансы-йәки ифтарға тиклем ашау-эсеүҙән тыйыла.

Сирлеләр, йәки башҡа сәбәптән ураҙа тота алмаусылар дин ҡәрҙәштәренә был изге ғәмәлдә ярҙам итә ала.

Рамаҙан айының төп ғәмәле -көн һайын биш намаҙҙы ҡалдырмау. Мотлаҡ үтәлгәндәренә «тәрәүих» намаҙы ла өҫтәлә. Күңелдәрҙе сафландырған айҙа мосолмандар изге эштәр ҡылырға, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслы, ти диндарҙар.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ