Изге айға изге ниәт менән. «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы Рамаҙан айына аяҡ баҫҡан мәлдә гүзәл заттарҙы «Бишбармаҡ» студияһына ураҙаны асыу мәжлесенә йыйҙы. «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы былтырҙан эшләп килә, ул махсус хәрби операция яугирҙарының яҡындарын берләштерә.
Гүзәл заттар алғы һыҙыҡтағы егеттәргә ярҙам итә, уларҙың ғаиләләренә төрлө ярҙам күрһәтә. Ойошма республика райондарында үҙенең филиалдарын да асҡан. Ете ҡыҙҙар был аҙна аҙағында гуманитар ылау менән тағы ла махсус хәрби операция зонаһына юллана. Беҙ Рамаҙан айына аяҡ баҫҡанда яугирҙарҙың ғаиләләрен, ирекмәндәрҙе табынға йыябыҙ, ти «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабаданова.



