Киңәйтелгән коллегия ултырышында эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре тикшерелде. Белгестәр тарафынан былтыр йәйге балалар һауыҡтырыу кампанияһына һәм бәлиғ булмағандар араһында йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленгән. Шулай уҡ эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу, талпан энцефалиты һәм башҡа ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау ҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булған. Идаралыҡ етәксеһе Анна Казак билдәләүенсә, республикала санитар-эпидемиологик хәл тотороҡло һаҡлана. Быйыл да бурыстар үҙгәрешһеҙ ҡала. Бында инде төбәк власы һәм Мәғариф министрлығы менән берлектә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү талап ителә.



