Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, ул республика нигеҙе булып торған ғаиләне сағылдыра. - 2026 йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итеү ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, йәмғиәттең тотороҡло үҫеше өсөн шарттар булдырыу өсөн тағы бер мөмкинлек. Төп маҡсат - ҙур, татыу, күп балалы ғаилә абруйын күтәреү тине Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова. Логотип тексы - "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тигән һүҙҙәр башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған.




