Башҡортостан Башлығы баш ҡала советы ултырышында ҡатнашты

Өфө махсус хәрби операция ваҡытында “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен лайыҡлы иҫбатлай. Радий Хәбиров ҡала советы йыйылышында урындағы предприятиеларҙың оборона заказдарын теүәл үтәүе тураһында белдерҙе. Фронтҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙар менән эште көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Республика етәксеһе сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа депутатлыҡҡа кандидаттар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа булырға тейеш, тине. Сәйәси кампания һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт Думаһы һәм Ҡала советына Ватан һағында булған ысын патриоттар эшкә килеүе мотлаҡ. Ултырыш барышында һәләк булған яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереү мөһимлеге билдәләнде. Был маҡсатта махсус комиссия булдырылған.

Башҡортостан Башлығы баш ҡала советы ултырышында ҡатнашты

“Республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу буйынса берҙәм эш дауам итәсәк”  тине Радий Хәбиров. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. Торлаҡ төҙөлөшө өсөн инженер инфраструктура булдырыла. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов.

Башҡортостан Башлығы баш ҡала советы ултырышында ҡатнашты

Өфө ҡала мәғариф идарылығы етәксеһе Азат Батыршин белдереүенсә, баш ҡалала яңы мәғариф учреждениелары асыла.

Башҡортостан Башлығы баш ҡала советы ултырышында ҡатнашты
Фото №1 - Башҡортостан Башлығы баш ҡала советы ултырышында ҡатнашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ