Район “Муниципаль берәмектәр стелалары һәм йәмәғәт биләмәләренең инеү урындары” тигән ярышта беренсе урын яуланы. Жюри Силәбе өлкәһе менән Әбйәлил сигендә урынлашҡан стелаға юғары баһа биргән. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үткән. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев районда йәшәүселәргә рәхмәт белдергән. “Бөтә халыҡтың тырышлығы менән генә бындай һөҙөмтәгә ирешеп була. Хәҙер Әбйәлилдә тыуған еребеҙгә һөйөү һәм ихтирам символы бар. Федераль кимәлдә уңышҡа ирешеүебеҙ ҙур ғорурлыҡ. Беренсе урын уртаҡ еңеүебеҙ. Әбйәлил, алға”, - тип яҙған ул социаль селтәрҙә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда халыҡ менән тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров Әбйәлил сигендә лайыҡлы стела урынлаштырырға ҡушҡайны.




