Ул махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн “Батырлыҡ” орденына лайыҡ булды. Был турала район хакимиәте белдерә. “Халк” 2018 йылдан Эске эштәр министрлығының Балаҡатай район бүлексәһендә эшләй. 2024 йылдың октябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, фронтҡа китә. Бөгөн ул пилотһыҙ осоу системаһы ғәскәрҙәрендә хәрби берләшмә бүлексәһе командиры булып хеҙмәт итә.




