Башҡортостан башлығы пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ултырышы уҙғарҙы

Кәңәшмәлә көс структуралары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибенә нефть эшкәртеү өлкәһе, инфраструктура объекттарын пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән өҫтәмә һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү мәсьәләләре сығарылды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостандың сәнәғәт өлкәһе һаҡланыу саралары менән нығытылған. Энергетика объекттары һәм гидротехник ҡоролмаларында ла һаҡланыу сараларын камиллаштырыу көн талабы. 

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ