Өфөлә Башҡортостандың дәүләт милли сәйәсәтенең яңы концепцияһы тәҡдим ителде

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Өфөлә Башҡортостандың дәүләт милли сәйәсәтенең яңы концепцияһы тәҡдим ителде.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар «Берҙәм Рәсәй» партияһына йәмәғәт ярҙамы штабында Милләт-ара тыныслыҡты һаҡлауҙа һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыуҙа Башҡортостан эксперт берләшмәһенең ролен тикшерҙе. Фекер алышыу Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Рәсәйҙең террорға ҡаршы милли комитетының 20, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге дәүләт автономиялы учреждениеһының 10, шулай уҡ Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең 5 йыллығына арналды.

Террорға ҡаршы дүрт йүнәлештә эш алып барыла. Йәштәргә аңлатыу эштәре алып барыу, объекттарҙы һаҡлау, террор була ҡалһа уға әҙер булыр өсөн көстәрҙе туплау һәм халыҡ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү зарур.

Валерий Олейник, Башҡортостандың йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы сәркәтибе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ