Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тип исемләнгән батырлыҡ дәресе уҙҙы. Осрашыуҙа Аҡъяр ауылы 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм махсус хәрби операция ветераны Илгиз Сәйфуллин ҡатнашты.
Яугир уҡыусыларҙы көслө рухлы, батыр булырға һәм киләсәктә Ватандың лайыҡлы һаҡлаусыһы булырға саҡырҙы. Уҡыусылар «Һалдатҡа хат» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Балалар хәрбиҙәргә ныҡлы һаулыҡ, Еңеү менән тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуҙарын һәм, иң мөһиме, тыныс күк йөҙөн теләне. Батырлыҡ дәресе күмәкләп «Шайморатов генерал» йырын башҡарыу менән тамамланды.



