Иҫтәлекле дата уңайынан ойошторолған гала-концертта уҡыу йортон тамамлаған иң яҡшы бейеүселәр сығыш яһаны. Байрам сәхнәһендә «Урал-батыр» эпосы буйынса сәхнәләштерелгән тамашаның премьераһы ла үтте, «Щелкунчик» балеты күрһәтелде. Колледж 1985 йылдан балет һәм халыҡ бейеүҙәре артистарын әҙерләй, төбәктең мәҙәни проекттарында әүҙем ҡатнаша. Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә Башҡортостан исеменән даими сығыш яһай. Сарала колледжды тамамлаған сәхнә оҫталары ла бүләкләнде.




