Художестволы әҫәрҙәрҙе миниатюрала эшләү технологияһы. Өфөнән Дамир Тарханов оҙаҡ йылдар һынлы сәнғәттең ҡатмарлы жанры менән шөғөлләнә. «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһында эшләгән осорҙа һауыт-һабаларға һүрәттәр төшөрһә, бөгөн ныҡлап картиналар яҙыуға тотонған. Беренсе шәхси күргәҙмәһен асырға планлаштыра. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Дамир Тарханов нәфис әҫәрҙәрҙе бәләкәй деталдәрҙә эшләргә күнеккән. Ул һынлы сәнғәт өлкәһендә рәссам-миниатюрист булараҡ нығынған. Шуға ла уның ижадын ябай күҙлектән генә ҡарау етмәй. Тәрән фәлсәфә, психологик кисерештәр менән һуғарылған картиналарында, шулай уҡ көнсығыш фәлсәфәһе лә йәшеренгән.
Күптән түгел рәссам ике әҫәрҙән торған картинаһын тамамлауға өлгәшкән.
Дамир Тарханов һуңғы егерме йылда мәсеттәрҙе эске биҙәкләү менән булыша. Ханты-Манси автономия округында ғына дүрт иман йортонда уның эштәрен күрергә мөмкин. Сорғот ҡалаһының йәмиғ мәсете мәҫәлән ҡатмарлы биҙәктәре менән айырыла.
Замандашыбыҙ эштәренең барыһын да шәхси күргәҙмәһенә сығарыу маҡсаты менән яна. Ижадсының беренсе экспозицияһына майҙансыҡ билдәләнгән, әлегә картинаны ғына тамамлайһы бар.
Азат Ғәлиуллин




