Үҙәк банк ғинуар һөҙөмтәләре буйынса шундай һан билдәләне. Инфляция НДС һәм акциздар ҡиммәтләнеүе, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү артыуы менән бәйле. Бензин, тәмәке, хәмер ҡиммәтләнгән. Шулай уҡ транспортҡа, коммуналь хеҙмәттәр, элемтә өсөн хаҡ артҡан. Үҙәк банк йыллыҡ инфляцияның 5 ярым проценттан ҙур булмауын фаразлай.





