Был турала Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин белдерҙе. Төбәктәр үҫеше буйынса комиссия ултырышында видеоэлемтә аша Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" милли проекты буйынса 7 федераль программала ҡатнаша. Улар өсөн 18 миллиард 800 миллион һум ҡаралған. Аҡсаның ҙур өлөшөн федераль ҡаҙна бүлә. 2026 йылда республикала 152 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү планлаштырылған.




