Өфөлә дәүләт наградалары тапшырылды

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. “Ошо залдағы хәрбиҙәр, ветерандар, уҡытыусылар, ғалимдар, табиптар, аграрийҙар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, эшселәр, инженерҙар, эшҡыуарҙарҙы- талантлы төрлө һөнәр кешеләрен тәбрик итәм. Беҙ ауыр, яуаплы осорҙа йәшәйбеҙ. Бөгөн Башҡортостан  ил менән махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнаша. Ватандың суверенитетын һаҡлау, йәшәү, хеҙмәт, азат һәм үҙ аллы илдә балалар үҫтереү хоҡуғын яҡлау- беҙҙең изге бурыс. Һәр ҡайһыбыҙ еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Тылды нығытабыҙ, иҡтисадты һәм социаль тармаҡты үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, юғары профессионализм өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм, һаулыҡ, бәхет, именлек һәм ышаныс теләйем”-, тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Өфөлә  дәүләт наградалары тапшырылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ