"Башҡорт вахтаһы" республика проектына "НЕФАЗ" ойошмаһы ҡушылды

Бында шулай уҡ УМПО һәм БелЗАН предприятиелары ҡатнаша. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников белдереүенсә, эш эҙләүселәргә яңы мөмкинлектәр асылды. Проект аныҡ предприятиелар өсөн  хеҙмәткәрҙәр табыуға йүнәлтелгән. Төп маҡсат - белгестәргә үҙебеҙҙә лайыҡлы  эш тәҡдим итеү. Эш биреүсе һәм эш эҙләүселәр араһында тура диалог булдырыла.

Фото №1 - "Башҡорт вахтаһы" республика  проектына  "НЕФАЗ" ойошмаһы ҡушылды
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ