Өфөлә Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ Амурҙары» дилогияһының исем туйы үтте

Башҡортостан Милли музейында күренекле әҙип Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ Амурҙары» дилогияһының исем туйы үтте. Кисә яҙыусының 100 йыллығы уңайынан тормошҡа ашырылған «Тарихҡа табан алтын күпер» күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолдо.

Дилогияның исем туйында ҡатнашыусылар тарихи әҫәргә бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. «Төньяҡ Амурҙар»ын радио эфирында мәңгеләштергән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев китаптан өҙөк уҡып ишеттерһә, тарихсы Азат Ярмуллин әҙиптең эшмәкәрлеген ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле булыуын билдәләне. Сөнки, Яныбай Хамматовҡа «Төньяҡ Амурҙары»н яҙыу өсөн башҡорт атлыларының эҙе буйлап төрлө архивтарҙа ултырырға, Европа илдәрен урап сығырға тура килгән. Һаманғаса башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусының уңышы ҡабатланмаған.

Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ Амурҙары» дилогияһы һуңғы тапҡыр киң ҡатлам уҡыусыһына уҙған быуаттың 80-се йылдар башында сығарыла. Тарихи әҫәр тик 43 йылдан һуң, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тарафынан ҡайтанан баҫтырылды. Әлеге ваҡытта Яныбай Хамматовтың халыҡ араһында билдәһеҙ эштәре лә бар. Улар әҙиптең 100 йыллығында беренсе тапҡыр күргәҙмәгә сығарылды.

Волна
Акции БСТ