Яҡташыбыҙ 54 килограмға тиклемге ауырлыҡта алтын миҙал яулап, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды. Финалда ул тәжрибәле һәм көслө дәғүәсе Анна Сафеева менән көс һынашты. Зарина былтыр ошо уҡ дәғүәсенән еңелергә мәжбүр булғайны. Был юлы спортсыбыҙ ышаныслы сығыш яһаны. Спортсы сираттағы еңеүен Сибайҙа йәшәгән өләсәһенә бағышланы. Артабан башҡорт ҡыҙын Малайзияла үтәсәк донъя чемпионаты көтә.



