Өфө шашка буйынса Башҡортостан чемпионатын ҡабул итте

Был ярыш республиканың иң көслө ҡатын-ҡыҙ һәм ир-аттарын йыйҙы. Ҡатнашыусылар араһында 6 гроссмейстер, 10-дан ашыу спорт мастеры, күп тапҡырҙар һәм ғәмәлдәге донъя чемпиондары бар. Турнирҙа үҙен уңышлы күрһәткән шашкасылар Рәсәй чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһы составына һайлап алынды. Ул апрелдә Мәскәүҙә үтәсәк. Классик программа 9 тур дауамында барҙы. Һуңынан тиҙ һәм блиц программаларында миҙалдар уйнатылды.

Ярыш һөҙөмтәре буйынса классик программала Фидан Ишморатов беренсе урын яуланы. Легендар Александр Георгиев тиҙ һәм блиц программаларҙа иң яҡшыһы булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлиә Әминева менән Айгөл Иҙрисова алтын миҙал алды. Юниорҙар беренселегендә пьедесталдың юғары баҫҡысына Вадим Әхтәмов, Софья Степанова, Илдар Ғиләжев һәм София Танһыҡҡужина күтәрелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ