Был вазифаға Александр Голуб тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Мари-Эль республикаһында ошо уҡ вазифаны биләгән. Башҡортостан башлығы полиция полковнигын яңы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм эшендә уңыштар теләне. Александр Голуб күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республикала именлекте тәьмин итеү өсөн бар көсөн һаласағын билдәләне.




