Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡоловтың юбилей концерты уҙҙы. Ҡырҡ һигеҙ йылдан ашыу ҡурай сәнғәтенә һәм сәхнәгә тоғро хеҙмәт иткән Азат Миңлеғәле улы етмеш йыллыҡ юбилейы уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан тәбрик һүҙҙәрен ҡабул итте. Юбилей кисәһе Азат Айытҡолов етәкселегендәге Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында башҡорт халҡының гимны «Урал йыры» менән асылды. Тамашасы уны аяғүрә баҫып тыңланы. Мәртәбәле кисәлә филармония солистары, коллега-ҡурайсылар һәм мэтрҙың уҡыусылары ҡатнашты.
Азат Айытҡолов етмеш йыллыҡ ғүмер байрамын ҡурай сәнғәте өлкәһенә ҙур хеҙмәт һалып ҡаршыланы. Республика, Рәсәй төбәктәре мәктәптәрендә уҡыусыларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, ҡурай музыка ҡоралына патент юллауға тос өлөш индерҙе. Башҡортостанда ҡурайсылар дәүләт ансамблен төҙөү идеяһы ла Республика Башлығы тарафынан хупланып тормошҡа ашырылды. Азат Айытҡолов 70 йәшендә лә ил уртаһында ҡайнап йәшәй, студенттарға белем биреүҙән тыш, тамашасыларына һәм һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.




